Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘМСЕТДИН, Ағиҙел й. басс. күл

Просмотров: 444

ШӘМСЕТДИН, Шәмшәҙе, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Бөрө ҡ. көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 3,2 км2, оҙонлоғо — 8 км, киңлеге — 150 — 400 м, уртаса тәрәнлеге — 6 — 7 м (макс. — 11,8 м), һыу күләме — 3,2 млн м3. Иҫке үҙән, аҫҡы пермгә ҡараған шишмә горизонтының тоҡомдарында (ҡыҙыл ҡомташтар, алевролиттар, эзбизташтар ҡатыш аргиллиттар) барлыҡҡа килгән; соҡоро һуҙылған, дуға формаһында. Тымыҡ күл, һыу кимәле күтәрелгәндә Ағиҙел й. ҡушыла. Туйыныуы ҡатнаш. Ярҙары һөҙәк. Тирә‑яғындағы ландшафы аллювиаль тупраҡтағы, һаҙ тупрағындағы, ҡараһыу һоро урман тупрағындағы һәм ҡара тупраҡтағы һаҙланған болондарҙан, урмандарҙан һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан ғибәрәт. Яр буйы аҡ тал, көньяҡ ҡамышы, күл ҡамышы, күрән, ҡара ерек, ҡара тирәк һ.б. м‑н ҡапланған; күлдә аҡ томбойоҡ, һары томбойоҡ, ялтыр һыу үләне, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ваҡ һары томбойоҡ һ.б. үҫә. Алабуға, ҡорбан, суртан һ.б. йәшәй. Яр буйында “Башҡортостан Артегы” балалар шифахана‑курорт учреждениеһы урынлашҡан.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019