ШӘМСЕТДИНОВ Миңлеәхәт Әсғәт улы
ШӘМСЕТДИНОВ Миңлеәхәт Әсғәт улы (13.8.1946, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Сатый а. – 14.1.2011, Өфө, БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Һәүәләй а. ерләнгән), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй (1993 й. алып теоретик физика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магнит күренештәре физикаһына һәм һыҙыҡлы булмаған физикаға арналған. Ш. тарафынан йүнәлтелгән бер күсәрле анизотропияһы булған кубик ферромагнетиктарҙа Блохтыҡы булмаған домен ҡатламының моделе, солитондарҙың үҙсәнлектәренә һәм тотороҡлолоғона тышҡы тәьҫирҙәрҙең йоғонтоһо тикшерелгән; ике һәм дүрт рәшәткә аҫты ромбик антиферромагнетиктарҙың домен сиктәрендәге фазалар күсеше теорияһы, ферромагнетиктарҙа магнит яғынан бер төрлө булмау үҙсәнлеге барлыҡҡа килеүҙең һәм яңынан магнитланыуҙың солитон теорияһы эшләнгән; магнитланыуҙың һыҙыҡлы булмаған тирбәлеүҙәрен, магнит бризерҙарын генерациялауҙың авторезонанс ысулы, ферро‑һәм антиферромагнетиктарҙың домен структураһын үҙгәртеү механизмы уйлап табылған; магнитланыуҙың хәрәкәте һәм ҡатламдар бүленеү сигендә сығарылыштарҙы тоташтырыу шартының тигеҙләмәләре эшләнгән. 270‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. К.П.Краузе ис. пр. лауреаты (2002).
Х е ҙ м.: Ферро‑ и антиферромагнитодинамика. Нелинейные колебания, волны и солитоны. М., 2009 (авторҙ.).
А.Т.Харисов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов