ШӘМСЕТДИНОВ Мөхәмәт Мөхәрәм улы
ШӘМСЕТДИНОВ Мөхәмәт Мөхәрәм улы [2.9.1927, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Рәсмәкәй а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 29.10.1971, Өфө], бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1953) һәм атҡ. (1949) артисы. 1944—55 йй. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, бер үк ваҡытта 1946—51 йй. художество етәксеһе, 1956—71 йй. Башҡорт филармонияһының балет артисы. Үҙенсәлекле һәм гротесклы бейеүсе, сәхнә һөйкөмлөлөгө, музыкаллек хас. Драматик образлылыҡты, экспрессияны, юғары техниканы тәьҫирле пластика һәм бейеү киңлеге м‑н берләштереү һәләте булған. “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Өс туған”, “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”), “Һыу буйында осрашыу” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡарған. “Бесәнселәр”, “Еҙнәкәй”, “Хат ташыусы” бейеүҙәрен ҡуйған. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашҡан (1955). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953).
Әҙәб.: Х а й р у л л и н Р.Х. Башкирский государственный ансамбль народного танца. Уфа, 1966; Д о к у ч а е в а А.А. Немеркнущая слава огненных джигитов //Созвездие талантов. Уфа, 2009.
З.И.Ҡудашева
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова