Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘМСЕТДИНОВ Хәмит Мөхәмәҙи улы

Просмотров: 348

ШӘМСЕТДИНОВ Хәмит Мөхәмәҙи улы (5.6.1949, Үзбәк ССР‑ы Куйбышев ҡсб — 20.1.2009, Өфө), актёр. РФ‑тың атҡ. (2007), БАССР‑ҙың халыҡ (1991) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1977; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы). 1973—85 йй. һәм 1989—2008 йй. БАДТ актёры, 1985—89 йй. “Аҡбуҙат” ипподромының “Ижади үҙәк” ПБ режиссёры.

Сағыу темпераменты, мөләйемлелеге, сибәрлеге м‑н йәлеп иткән актёр. Төрлө пландағы ролдәр башҡарған: Вәзир (“Йырланмаған йыр”, М.Кәрим; дебют, 1973), Кәрим бай (“Башмағым”), Муров (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, А.Н.Островский), Таймаҫ (“Һуңғы Ғәйнә”, А.М.Иҙелбаев) һ.б. Башҡорт хан (“Аттила”, Ғ.Ғ.Шафиҡов), Бромден (К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы” романы б‑са А.Ә.Абушахмановтың ш. уҡ исемле спектакле) образдарына характерҙы психологик яҡтан аңлау тәрәнлеге, бөтөнлөк һәм тамамланғанлыҡ хас булған. Үҙенә генә хас үткерлек м‑н кире персонаж ролдәрен уйнаған: Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”), Семён (“Бибинур, ах, Бибинур!..”, Ф.М.Бүләков), улар араһында айырыуса принц Әхмәт (“Ҡыҙыл паша”, Н.Асанбаев) образы айырылып торған. БАДТ сәхнәһендә “Аҡъял батыр” (ш. уҡ исемле башҡорт халыҡ әкиәте б‑са З.С.Вәлитовтың пьесаһы), “Һүнмәһен — һүрелмәһен” (Х.С.Зарипов), “Үҙ йөрәгеңде тыңла” [Х.К.Андерсендың “Ҡар батшабикәһе” (“Снежная королева”) әкиәте б‑са Абушахманов м‑н берлектәге пьеса] һ.б. спектаклдәр ҡуйған. “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”) фильмында (1980, “Мосфильм” к/ст) Яңғыҙаҡ ролен башҡарған.

Т.Д.Бабичева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019