Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ШӘРЕҠ”

Просмотров: 440

“ШӘРЕҠ”, “Шәреҡ матбағаһы”, Өфөлә беренсе шәхси милли типография. 1908 й. алып “Кәримов, Хөсәйенов һәм К°” ширҡәте типографияһының (1905–17 йй. Ырымбур ҡ. эшләгән, ғәмәлдәге етәксеһе Ф.Ғ.Кәрими булған) филиалы булараҡ эшләй. 1914 й. башлап ағалы‑ҡустылы Ш.М., М.М. һәм Х.М. Кәримовтарҙың (Ҡазан сауҙагәрҙәре, китап һатыусылар, нәшерселәр) милке. Типографияла яңы ысул м‑н уҡытҡан мәктәптәр өсөн төрки телендә дәреслектәр, хрестома­тиялар; медицина, санитария, ветеринария, малсылыҡ, умартасылыҡ һ.б. б‑са хеҙмәттәр сығарыла; фольклор әҫәрҙәре, М.Ғафури, С.Л.Рәмиев, Ф.К.Туйкин, С.С.Яҡшығолов һ.б. яҙыусыларҙың китаптары донъя күрә. 1910 й. “Ш.” типографияһында М.Ғафури яҙып алған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы баҫыла. Ҡаҙаҡ телендә китап баҫтырыу үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр б‑са, 1908–17 йй. типографияла дөйөм тиражы 500 мең дананан ашыу булған 200‑гә яҡын китап нәшер ителә. “Аҡ Иҙел”, “Алга”, “Ауыл халҡы” гәз., “Ауыл көнкүреше” ж. һ.б. сығара. 1916 й. ғин. типография жандармерия тарафынан тентеүгә дусар ителә, ҡулъяҙмалар, хаттар, аҡсалар һ.б. конфискация­лана. Типографияның ябылыу ваҡыты билдәле түгел, ҡайһы бер мәғлүмәттәр б‑са, 1919 й. А.В.Колчак етәкс. сигенеп барған Рус армияһы частары тарафынан эвакуациялана.

Әҙәб.: К а р и м у л л и н А.Г. Татарская книга начала ХХ века. Казань, 1974.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019