Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЙТЕШМӘК

Просмотров: 352

ӘЙТЕШМӘК, һ а н а ш м а ҡ, фольклор жанры, ритмға һәм рифмаға һалынған шиғыр. Борон Ә. община ағзалары араһында хеҙмәтте бүлгәндә шартлы кинәйәле телмәрҙә (мәҫ., һунарҙа) һ.б. файҙаланылған. Сюжетлы Ә., Ә.‑диалог, Ә.‑иҫәп һ.б. төрҙәргә бүленә. Балалар фольклорында һаҡланған, уйынды алып барыусыны билдәләгәндә (һуңғы ижек б‑са) әйтелә, мәҫ.: “Ҡыш китте, яҙ килде, /Өйрәк менән ҡаҙ килде, /Һандуғастар һайраны, /Балалар ҙа йыйылды. /Ҡарға, сыпсыҡ, /Һин тороп тор, ул сыҡ!”. Ә. айырым уйындарға бәйле түгел.

Әҙәб.: Аҡ тирәк, күк тирәк. Өфө, 1991; Балалар фольклоры: Мөғжизәле, әкиәтле бала саҡ — уйындарҙа һәм уйҙарҙа ҡаласаҡ. Өфө, 1996; С ө л ә й м ә н о в Ә.М. Бала‑сағаның уйын фольклоры. Өфө, 2007.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019