Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘРИПҠОЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 312

ШӘРИПҠОЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡарлыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 7 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К. та­бан 8 км алыҫлыҡта Кирҙән й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 164 кеше; 1920 — 291; 1939 — 388; 1959 — 357; 1989 — 397; 2002 – 435; 2010 — 403 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Нуғай даруғаһы Дыуан‑Табын улусы Мырҙа а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Кесе Мырҙа исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 24 йортта 114 кеше йәшәгән, 1865 й. Ш. (Мырҙа) 25 йортта— 135 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. Яңы Мырҙала (Ш.) мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Н.М.Ҡолбахтин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019