ШӘРИПҠОЛОВА Зөлфирә Мәхмүтсолтан ҡыҙы
ШӘРИПҠОЛОВА Зөлфирә Мәхмүтсолтан ҡыҙы (14.6.1958, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), агроном, селекционер. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) БНИИСХ‑ла эшләй: 2002 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2006 й. — Шишмә үҫемлекселек селекцияһы үҙәгенең күп йыллыҡ үләндәр селекцияһы һәм орлоҡсолоғо б‑са төркөм етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге мал аҙығы культураларының ҡоролоҡҡа сыҙамлы, тиҙ өлгөрөүсе, мул уңыш биреүсе сорттарын сығарыуға бәйле. Ш. тарафынан йылҡы борсағының (Песчаный 22), үҙгәреүсән люцернаның (Чишминская 131), ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерәнең (Чишминский 3, Юбилейный һ.б.) сорттары сығарыла. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Селекция кормовых культур //80 лет Башкирскому научно‑исследовательскому институту земледелия и селекции полевых культур: науч. ст. и ист. очерки. Уфа, 1994 (авторҙ.); Селекция костреца безостого — методы и результаты //Селекция и семеноводство сельскохозяйственных культур в Башкортостане: сб. науч. тр. Уфа, 2000 (авторҙ.); Высокопродуктивные сорта кормовых культур и их семеноводство. Уфа, 2016 (авторҙ.).
Тәрж. А.Н.Күсеев