ӘЙҮПОВ Мансур Әнүәр улы
ӘЙҮПОВ Мансур Әнүәр улы (8.7. 1947, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Исмәғил а.), политолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), сәйәсәт ф. д‑ры (2004), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). БДУ‑ны (1973), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1978) тамамлаған. 1979 й. алып КПСС Башҡ‑н өлкә ком‑тының матбуғат, телевидение һәм радио секторы мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары, 1986 й. — “Совет Башҡортостаны” гәз. баш мөхәррире. 1990 й. башлап БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары, БР Премьер‑министры урынбаҫары, 1994 й. — БР Дәүләт секретары,1998 й. алып (өҙөклөк м‑н) Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. ректоры, 2003—07 йй. РФ Дәүләт думаһы депутаты. 2011—16 йй. БР ФА вице‑президенты. 2002—07 йй. “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡ‑н төбәк бүлексәһендә Сәйәси совет секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре йәмғиәтте яңыртыу шарттарында сәйәси власты формалаштырыу һәм уның эшләүе проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2012).
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев