ӘЙҮПОВ Рафаэль Мөхәмәт улы
ӘЙҮПОВ Рафаэль Мөхәмәт улы [11.11.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Малай‑Муйнаҡ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 14.10.1995, Өфө], актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952). Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын (1948; В.Ғ.Ғәлимов һәм Р.Фәйзи курсы), ГИТИС‑ты (1960; М.О.Кнебель һәм А.Д.Попов курсы) тамамлаған.1948 й. алып Йомағужа колхоз‑совхоз театры, 1949 й.—БАДТ,1954 й.—Сибай башҡорт драма театры актёры.1960 й.башлап Салауат башҡорт драма театры реж., 1963—68 йй. Сибай башҡорт драма театры реж., 1982—88 йй. баш реж., 1968—70 йй. БАДТ режиссёры. 1970—82 йй. ӨДСИ‑лә уҡытҡан. Актёр‑эксцентрик, гротеск оҫтаһы. Төп ролдәре: Ҡазый (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са Ғәлимов һәм Ғ.Әмири инсценировкаһы), Ахун (“Хужа Насретдин”, Н.Иҫәнбәт), Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”), Диуана (“Семәрле тәхет”, И.Х.Йомағолов) һ.б. 100‑ҙән ашыу реалистик йүнәлешле спектакль ҡуйған: “Әсәйемдең сал сәстәре” (Ә.М.Мирзаһитов), “Ай тотолған төндә” һәм “Йырланмаған йыр” (икеһе лә — М.Кәрим), “Ғәйеплеләр” (А.Н.Арбузов), “Илгизәр+Вера” (Т.Ғ.Миңнуллин). Уҡыусылары араһында Т.Д.Бабичева, Р.Х.Заһитов, БР‑ҙың атҡ. артисы С.Ғ.Әфләтүнов бар.
Әҙәб.: Сибайский башкирский театр драмы. Уфа, 1981.
Һ.С.Сәйетов
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова