Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘРИПОВ Сабир Нәғим улы

Просмотров: 391

ШӘРИПОВ Сабир Нәғим улы (20.3.1948, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Баҡый а. — 31.8.2018, Өфө), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Яҙыусылар союзы (1986), Журналистар союзы (1991) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1967— 69 йй. Баҡый 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1974 й. алып “Совет Башҡортостаны” (1979 й. башлап бүлек мөдире) гәз., 1987—89 йй. һәм 2003—18 йй. “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре, 1990—2003 йй. “Китап” нәшриәте редакцияһы мөдире. “Тауҙарҙағы эҙ” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1982 й. сыға. “Ҡайынлы артылыш” (1985), “Иҫке ҡышлау” (“Старозимовье”; 1995), “Аҡ ҡулсатыр” (1998) һ.б. китаптарына ингән әҫәрҙәренең төп темаһы – хәҙ. башҡорт ауылының тормошо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш. “Хушлашмайым...” (1992) романы һалдаттарға – Байкал‑Амур магистрален төҙөүселәргә арналған. Әҫәрҙәре урыҫ, татар, украин, сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. М.А.Шолоховтың “Кеше яҙмышы” (2005) хикәйәһен башҡорт теленә тәржемә иткән. Я.Хамматов ис. пр. лауреаты (2008).

Әҫәрҙ.: Зәңгәр катер: роман, хикәйәләр һәм хикмәттәр. Өфө, 2008; Ҡолонташ: повестар, хикәйәләр, драмалар, юлъяҙмалар. Өфө, 2013; Приглашение на чужбину: повесть, рассказы, миниатюры. Уфа, 2004.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019