Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЙҮПОВ Салауат Миҙхәт улы

Просмотров: 307

ӘЙҮПОВ Салауат Миҙхәт улы (17.1. 1958, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1980). 1981–82 йй., 1986–88 йй. һәм 1997–2002 йй. БДУ‑ла, 1988 й. алып Коми пед. ин‑тында эшләй. 1994 й. башлап Респ. мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тында (икеһе лә – Сыктывкар) урыҫ филологияһы каф. мөдире, 2002 й. алып М.А.Шолохов ис. Мәскәү гуманитар ун‑тының Өфө филиалында, 2004 й. – БДПУ‑ла (2004–07 йй. башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге И.С.Тургенев ижадын тикшереүгә, художестволы әҫәрҙәрҙең интертекстуаль бәйләнештәре проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Художественный мир русской прозы XVIII–XIX вв.: очерки. Сыктывкар, 1994; Романы И.С.Тургенева 1860‑х годов в мире контекстов. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019