Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘРИПОВА Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы

Просмотров: 432

ШӘРИПОВА Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (10.6.1948, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Яңы Монасип а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2004). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1976 й. алып СССР ФА БФ, 1977 й. – ТТӘИ хеҙм‑ре. 1988 й. башлап БДПИ‑ла (1992 й. алып башҡорт филол. каф. мөдире), 1993— 2016 йй. (өҙөклөк м‑н) — БДУ‑ла уҡыта, 1997—98 йй. Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑ты директоры. 70—80‑се йй. археогра­фик экспедицияларҙа ҡатнаша. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәтенең тарихын һәм теорияһын өйрәнеүгә арналған. М.А.Буранғолов, Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, М.Ҡотош-Ҡыпсаҡи, Һ.С.Сәлихов һ.б. ижадын тикшерә. Ҡол Ғәли, Әбүс һ.б. әҫәрҙәренә текстологик тикшереү үткәрә һәм баҫмаға әҙерләй. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторҙашы. Шулай уҡ балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләй. Балалар өсөн яҙылған “Беҙҙең ғаилә” (1996) хикәйәләр китабы авторы. Башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте т‑да “Байман” (2010) телевизион тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы.

Хеҙм.: Әҙәбиәт ғилеме һәм заман. Өфө, 2001; Башҡорт әҙәби фекере. Өфө, 2008; Пером и словом. Уфа, 1993.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019