Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘКБӘРОВ Рәфиз Әхмәтзыя улы

Просмотров: 365

ӘКБӘРОВ Рәфиз Әхмәтзыя улы (28.9.1946, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡыйғаҙы а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Асҡын р‑нының“Бүләк”к‑зында баш агроном, 1975 й. алып партия ойошмаһы секретары. 1978—2017 йй. БДАУ‑ҙа: 1989 й. тиклем өлкән ғилми хеҙм‑р, 1990—95 йй. агрономия ф‑ты деканы урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡ ғилеме, игенселек, тупраҡты бонитировкалау проблемаларына, тупраҡтың уңдырышлылығын экологик баһалауға һәм тергеҙеүгә арналған. Ә. ҡатнашлығында Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Тәтешле, Учалы, Шаран р‑ндарының ерҙәренә баһалама үткәрелә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Агрофизические свойства чернозёмов Предуралья Башкортостана и пути их оптимизации. Уфа, 2008 (авторҙ.).

И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019