Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘРИПОВТАР, сауҙагәрҙәр

Просмотров: 363

ШӘРИПОВТАР, сауҙагәрҙәр. Мөхәмәтйән Хәсән улы Ш., 2‑се гильдия сауҙагәре. Ырымбур алыш-биреш йортонда 2 кибетте ҡуртымға алған. 1887—97 йй. Ырымбур ҡала думаһы гласныйы, янғын һүндереү, сауҙа эштәрен күҙәтеү комис­сиялары составында эшләгән. 1888 й. Ырымбур ҡ. Ярлыларға ярҙам итеү ком‑ты ағзаһы. Уның улы — Әхмәтйән Мө­хәмәтйән улы Ш., Ырымбурҙың сауҙа майҙанында һатыу иткән. 1910—15 йй. Ырымбур ҡала думаһы гласныйы, ҡала һыу үткәргесе, урман хужалығы м‑н идара итеү комиссияларында һ.б. эшләгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019