Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘКРӘМОВ Тәлғәт Әкрәм улы

Просмотров: 405

ӘКРӘМОВ Тәлғәт Әкрәм улы (25.2. 1950, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны 1‑се Баймырҙа а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Баймырҙа а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1997), проф. (2001). Но­восибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ һәм бер үк ваҡытта СССР ФА Себер бүлексәһенең Катализ ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй. 1987 й. алып БДУ‑ла (бер үк ва­ҡытта 1999—2001 йй. БДАУ‑ҙа информатика каф. мөдире), 2003 й. башлап Рәсәй сауҙа‑иҡ. ун‑тының Өфө ин‑тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сифат һәм һан б‑са анализлау, химик процестарҙың матем. моделдәрен әҙерләү проблемаларына арналған. Ә. тарафынан дивергент күренешендәге параболик системалар өсөн бөтөн сисе­лештәрҙең булыуы иҫбатлана, гиперболик мәсьәләләр өсөн бифуркация т‑дағы Андронов— Хопф теоремаһының аналогы дөйөмләштерелә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Analysis of the Conditions for the Inception of Natural Pulsing Flow in Cocurrent Packed Columns //Industrial & Engineering Chemistry Research. 2008. Vol.47 (авторҙ.); Minimum Energy Dissipation under Cocurrent Flow in Packed Beds //Ш у л у ҡ. 2011. Vol.50 (авторҙ.).

С.В.Хәбиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019