Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛБӘЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 331

ӘЛБӘЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 33 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 199 кеше; 1920 – 244; 1939 – 220; 1959 – 144; 1989 – 259; 2002 – 217; 2010 – 198 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы Суҡраҡлы а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Әлибай исеме (Әлибай Мырҙағолов исеменән) м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Суҡраҡлы булараҡ билдәле булған. 1795 й. (ш. уҡ Тамъян улусынан керҙәш башҡорттар теркәлгән, тип фараз ителә) 14 йортта 84 кеше йәшәгән, 1865 й. 28 йортта – 169 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 70‑се йй. Ә. 18 б. 1‑се ярт. нигеҙ­ләнгән Бигеш а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019