Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛЕБАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 528

ӘЛЕБАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 65 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 231 кеше; 1920 – 269; 1939 – 286; 1959 – 220; 1989 – 195; 2002 – 179; 2010 – 140 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1765 й.) алып билдәле. Шәжәрә б‑са тәүге төпләнеүсенең (Мөйтән бей нәҫеленән) исеме м‑н аталған. 1857 й. бында ш. уҡ улустың Этҡол а. кешеләренең бер өлөшө күсеп ултыра. 1866 й. 25 йортта 133 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019