Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛЕТДИН БИКТУҒАНОВ

Просмотров: 396

ӘЛЕТДИН БИКТУҒАНОВ (1705—74, Ҡазан), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Ҡыр‑Танып улусы Ҡайпан а. (хәҙ. Тәтешле р‑нының Иҫке Ҡайпан а.) башҡорто. Мулла. 1773 й. көҙөндә — 1774 й. 1‑се ярт. Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе. 1774 й. яҙ—йәйендә О.И. фон Дуве етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, Бөрөнө алыуҙа ҡатнаша. Сент. Ә.Б. отряды Салауат Юлаев ғәскәренә ҡушыла. Хөкүмәткә тоғро старшиналар м‑н баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғышты туҡтатыу т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. Окт. аҙ. әсиргә алына. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. Үлем язаһына хөкөм ителә, һуңынан ул тән язаһына алмаштырыла. Ҡазан төрмәһендә вафат була.

И.М.Гвоздикова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019