Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛИБАЕВ Сәғит Рәхмәт улы

Просмотров: 307

ӘЛИБАЕВ Сәғит Рәхмәт улы [23.11. 1903, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яманһары а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 2.1.1975, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Пед. ф. канд. (1955). РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур башҡорт пед. техникумын (1926), Н.К.Крупская ис. Коммунистик тәрбиә биреү акад. (Мәскәү, 1932) тамам­лаған. 1926—29 йй. Йылайыр кантоны мәктәптәрендә уҡытыусы, дир., 1932 й. алып “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире, 1932 й. дек. башлап Ырымбур башҡорт пед. техникумы дир. һәм бер үк ваҡытта Ырымбур юғары коммунистик а.х. мәктәбе уҡытыусыһы, 1936 й. алып ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тында бүлек инструкторы, 1937 й. — БАССР мәғари­фының халыҡ комиссары. 1938 й. эштән һәм партиянан сығарыла (1939 й. кире ҡайтарыла). 1939 й. башлап Башҡ‑н өлкә профсоюздар советының уҡыу‑курс комб‑ты һәм Өфөнөң 18‑се тулы булмаған урта мәктәбе дир., 1940 й. — БАССР ХКС ҡарамағындағы Кинофикация идаралығы нач., 1941 й. — Чернигов кавалерия дивизияһының хәрби комиссары, сәйәси бүлек б‑са полк ком. урынбаҫары. 1946—54 йй. БАССР‑ҙың мәғариф министры, 1956 й. алып Стәрлетамаҡ пед. ин‑ты дир., 1959—66 йй. Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалы мөдире. РСФСР Пед. йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1961—66). СССР ЮС‑ының 1‑се саҡырылыш, БАССР ЮС‑ының 1—2‑се саҡырылыш депутаты. 2 Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә — 1943), 1‑се (1945) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Школы Башкирской АССР (прошлое, настоящее и пути дальнейшего развития). Уфа, 1966.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019