Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛИБАЕВ Әҙеһәм Ғәле улы

Просмотров: 451

ӘЛИБАЕВ Әҙеһәм Ғәле улы [20.5.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Йомаш а. (БР‑ҙың Баймаҡ районы) — 12.8.1951, шул уҡ райондың Муллаҡай а.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Магнитогорск уҡытыусылар институтын тамамлаған (1951). 1943 й. сентябренән Украина фронтында 3‑сө гвардия танк армияһының 616‑сы айырым миномёт полкында телефонсы булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән Ә. 1944 й. 31 июлендә Жешув ҡ. (Польша), 1945 й. 18 февралендә Левенберг ҡ. (Германия) һәм 26 апрелендә Берлин ҡ. тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Муллаҡай 7 йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1‑се, 2‑се (1945 й. июне һәм апреле) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Ә. исеме менән Йомаш а. урам һәм урта мәктәп, Баймаҡ, Сибай ҡҡ. һәм Муллаҡай а. урамдар аталған, Муллаҡай һәм Йомаш аа. уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Багуманов А. Не увядают цветы //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.

Х.Х.Минһажетдинова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.10.2022