Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘРӘФЕТДИНОВА Нәзирә Хәмзә ҡыҙы

Просмотров: 715

ШӘРӘФЕТДИНОВА Нәзирә Хәмзә ҡыҙы (2.6.1949, Октябрьский ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2014), БР‑ҙың атҡ. табибы (2002), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДМИ‑ны тамамлаған (1977), 1982 й. алып шунда уҡ эшләй: 2000 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт һаулығы курсы мөдире, 2007 й. — өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑ты курсы м‑н йәмәғәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге БР‑ҙа халыҡ һаулығы торошон өйрәнеүгә, дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә арналған. 600‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Медико‑демографические показатели здоровья сельского населения в Республике Башкортостан. Уфа, 2010 (авторҙ.); Болезни системы кровоо­бращения как причина формирования сверхсмертности городского населения. Уфа, 2013 (авторҙ.); Репродуктивное здоровье городских женщин: рождае­мость, аборты, гинекологическая заболеваемость на примере г.Уфы. Уфа, 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019