ШӘФИЕВ Мырҙайән Низаметдин улы
ШӘФИЕВ Мырҙайән Низаметдин улы (1.9.1921, Һарытау өлк. Пугачёв ҡ. — 4.7.2014, Өфө), математик. Техник ф. д‑ры (1978), проф. (1980). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1980). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау ун‑тын тамамлаған (1951). 1937—40 йй. уҡытыусы булып эшләй (Пугачёв ҡ.). 1951 й. алып Сызрань пед., 1956 й. – Куйбышев пед., 1959 й. башлап Куйбышев авиация (1978 й. алып юғары матем. каф. мөдире) ин‑ттарында уҡыта. 1981—91 йй. ӨАИ‑ла: ғәмәли матем., 1984 й. – юғары матем. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре математик физикаға арналған. Ш. тарафынан ике комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең бигармоник функцияһы өсөн сик мәсьәлә сығарылған, изотермик йөҙ ысулдары, ирекле сиктәрҙәге йылылыҡ һәм масса алмашыуҙың стационар булмаған бер һәм күп үлсәмле мәсьәләләрен сисеүҙең аналитик ысулдары һ.б. уйлап табылған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Байраҡ (1941), Ватан һуғышы (1995), 2 Ҡыҙыл Йондоҙ (икеһе лә – 1945) орд. м‑н бүләкләнгән.
Хеҙм.: Построение алгоритмов решения некоторых задач математической физики. Уфа, 1983; О методе вырожденных гипергеометрических преобразований для пластины, шара и цилиндра. Уфа, 1986; Плоская нестационарная задача Стефана для полуполосы. Уфа, 1987.
Ш.М.Шәфиева
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов