ШӘФИЕВ Фәрит Хажиғәле улы
ШӘФИЕВ Фәрит Хажиғәле улы [28.5.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яҡшембәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). БАХИ‑ны тамамлаған (1976). 1953 й. алып Мәләүез р‑нындағы Трясинский ветеринария пункты (Богородский а.) мөдире, 1957—85 йй. М.Ғафури ис. к‑зда эшләй (1960 й. башлап рәйес). Ш. етәкс. к‑з үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы — 25,2 ц/га (1985 й. — 34,2), һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3773 кг тәшкил итә (1984). Ленин (1985), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1976) орд. м‑н бүләкләнгән.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. А.Н.Күсеев