ЩЕРБИНИН Сергей Анатольевич
391
ЩЕРБИНИН Сергей Анатольевич (27.9.1962, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Чернолес ҡсб), математик. Техник ф. д‑ры (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1984), 1986 й. алып шунда уҡ эшләй (1989 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р). 2002 й. башлап АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре ғәмәли математикаға арналған. Щ. тарафынан сәнәғәт электрохимик системаларындағы физик процестарҙың тәьҫир итешеү моделдәре, физик ҡырҙарҙы хисаплау алгоритмдары һәм программалары һ.б. эшләнә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Математическое моделирование электротепломассопереноса в сложных системах. Уфа, 1991 (авторҙ.).
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: