Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫҠ, йылға

Просмотров: 639

ЫҠ, Оло Ыҡ, йылға, Кама й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Ыҡ‑Вершина а. янында башлана. Бәләбәй, Бишбүләк р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Бишбүләк р‑ны Иҫәкәй а. эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа борола һәм артабан БР‑ҙың көнбайыш сигендә Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран (сиге буйлап), Баҡалы р‑ндары, түбәнге ағымында ТР буйлап аға. Кама й. (тамағынан 118 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 571 км, басс. майҙаны 18100 км2, дөйөм түбәнәйеүе 270 м. БР‑ҙа оҙонлоғо яҡынса 450 км. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Баҡалы р‑ны Нуғайбәк а. янында йыллыҡ аҡманың 70%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 16%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль—нояб.), 14%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 47,8 м3/с. Йылғаның уң яры басс. Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан; өҫкө пермдең ҡомташтарынан, аргиллиттарынан, алевролиттарынан, эзбизташтарынан, мергелдәренән ғибәрәт. Басс. үрге ағымында карст үҫешкән. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора, йыуылған ҡара тупраҡта болонло далалар осрай. Басс. 30%‑ын урман ҡаплаған, 60%‑ы һөрөлгән, яҡынса 1%‑ы һаҙланған. Уртаса ауышлығы: йылға башында 3,6‰, урта ағымында 0,4‰, түбәнге ағымында 0,1‰. Йылғаның түбәнге ағымында суднолар йөрөй. Ы. буйында Октябрьский ҡ. урынлашҡан. БР‑ҙа иң ҙур ҡушылдыҡтары: Рә, Ҡыҙаш, Өҫән (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019