ЫЛАСЫН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы
ЫЛАСЫН МӘМЕРЙӘҺЕ, Л а с ы н, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Хажы а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Утынғол (Һәләүек й. басс.) сағылының уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш, төньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле галереянан һәм юлдар системаһынан ғибәрәт. Оҙонлоғо 487 м, уртаса киңлеге 10 м, уртаса бейеклеге 5 м, амплитудаһы 28 м, майҙаны 1025 м2, күләме 5287 м3. Арка рәүешендәге төп ауыҙы (киңлеге 12,0 м, бейеклеге 7,6 м) сағыл төбөнән 170 м бейеклектәге упҡында (диам. 30 м) ята. Унан өҫтәрәк мәмерйәнең ситтәге өлөштәренә алып барған 4 инеү урыны бар. Төп ауыҙынан боҙ м‑н ҡапланған төшөү юлы (оҙонлоғо яҡынса 30 м) галереяға (оҙонлоғо 80 м) күсә. Инеү урыны эргәһендәге түбәһе яҫы, суҡ кеүек бәҫ м‑н ҡапланған, “орган торбалары”, ваҡ сталактиттар осрай, бер аҙ тамсы тамыу күҙәтелә. Стеналары вертикаль, иҙәнендә боҙло сталагмиттар (бейеклеге 7 м тиклем), көрәнһыу балсыҡ, ваҡ һәм эре таштар бар. Галереянан төньяҡ‑көнсығышҡа оҙонлоғо 20 м, көньяҡ‑көнсығышҡа оҙонлоғо 100 м һәм көньяҡҡа бейеклеге 1—3,5 м булған юлдар китә. Көньяҡ юлының сигендә күл (тәрәнлеге 0,2—1,5 м) урынлашҡан; уның артынан көньяҡ‑көнсығыш юл м‑н тоташҡан түңәрәк юл дауам итә, осонда күл ята. Юлдарҙың иҙәнендә балсыҡ, сталагмиттар, ваҡ хайуан һөйәктәре, түбәһендә һәм стеналарында сталактиттар, кальцитлы ҡайыр, ҡайһы берҙә мондмильх (паста һымаҡ кальцит массаһы) осрай. Йәй көнө т‑раһы 2—6°С. Инеү урынының береһе янында ҡарағоштар йәшәй.
Ю.В.Соколов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов