ЫЛАСЫНОВ Вәлит Яҡшымбәт улы
833
ЫЛАСЫНОВ Вәлит Яҡшымбәт улы (1790—1858), кантон башлығы, хорунжий (1835). Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Ҡолсoра а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) башҡорто. 1812 й. Ватан һуғышында, рус армияһының 1813—14 йй. сит ил походтарында ҡатнашыусы. 1829— 38 йй. 6‑сы башҡорт кантоны башлығы. “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә”, “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн” көмөш миҙалдары м‑н бүләкләнгән.
Л.Ф.Сәйфуллина
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: