ЫРҒЫҘЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл
989
ЫРҒЫҘЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ырғыҙлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 195 км алыҫлыҡта Ырғыҙлы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 85 кеше; 1939 — 545; 1959 — 742; 1989 — 366; 2002 — 403; 2010 — 366 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.
Ауылға 20 б. башында Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы эргәһендәге элекке торама урынында утар булараҡ нигеҙ һалына. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: