Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛКӘ, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 443

ӘЛКӘ, Салауат р‑нындағы ауыл, Әлкә а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Көҫкәнде й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 241 кеше; 1920 – 280; 1939 – 358; 1959 – 431; 1989 – 539; 2002 – 533; 2010 – 488 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Салауат Юлаев музейы филиалы, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1739 й.) алып билдәле. Әлкә Булатов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Әлекәй, Шайтанауыл булараҡ билдәле булған. 1795 й. 8 йортта 108 кеше йәшәгән, 1865 й. 25йортта–140кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.1906й.мәсет,мөгәзәйтеркәлгән. Ауылдан Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Көҫкәнде й. буйында Тәкәй а. (Салауат Юлаевтыңтыуған ауылы) урынлашҡан. М.С.Алкин, В.Ш.Шөғәйепов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019