Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛ‑ҠИССА БУҘЙЕГЕТ

Просмотров: 482

ӘЛ‑ҠИССА БУҘЙЕГЕТ” (“Буҙйегет тураһында әҫәр”), башҡорт ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, ҡисса. Көнсығыш әҙәбиәтенә барып тоташа. Сюжет нигеҙендә ҡыҙҙың атаһы — яуыз шаһ ихтыяры б‑са айырылған һәм мөхәббәт хаҡына ҡорбан булған Буҙйегет м‑н Ҡарасәс тарихы ята. Әҫәр 1842 й. Өфөлә шағир Баһауи тарафынан яҙылған, Н.Т.Зарипов фекере б‑са ул Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығышында йәшәгән. Ҡулъяҙманың төп нөсхәһе табылмаған. Билдәһеҙ күсереп яҙыусы тарафынан башҡарылған күсермә һаҡланған. “Ә.‑ҡ.Б.” шиғри‑сәсмә формала яҙылған. Әҫәр телендә Урал‑Волга буйы төрки теле элементтары көньяҡ‑көнсығыш башҡорттары диалекты (ҡара: Көнсығыш диалект) һәм ҡаҙаҡ теле үҙенсәлектәре м‑н берләшә. Әҫәр сюжеты башҡорт фольклорында киң таралған. БР, Ҡурған, Силәбе, Һарытау, Ырымбур өлк. терр‑яһында Ә.Х.Вәхитов, К.Мәргән, Р.Ә.Солтангәрәева, М.М.Сәғитов, Ф.Ғ.Хисамитдинова, Н.Д.Шоңҡаров, З.Я. Шәрипова һ.б. тарафынан был әҫәрҙең 10‑дан ашыу фольклор варианты яҙып алынған: “Батша улы”, “Буҙйегет”, “Буҙйегет ҡиссаһы”, “Буҙйегет менән Сәхибъямал”, “Бузикет” һ.б. Фольклор варианттарының фрагменттары һамаҡстилендә башҡарыла. Көй варианттары А.М.Ҡобағошов, Р.С.Сөләймәнов һ.б. тарафынан яҙылған һәм нотаға һалынған. “Ә.‑ҡ.Б.” тексы РФА Шәрҡиәт ин‑тының С.‑Петербург филиалындағы ҡулъяҙмалар бүлегендә, фольклор варианттары ТТӘИ‑нең ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм боронғо баҫма китаптар фондында һаҡлана. Әҫәрҙең версиялары байтаҡ төрки телле халыҡтарҙа осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 6‑сы т. Эпос: ҡиссалар һәм дастандар. Өфө, 2002; З а р и п о в Н.Т. Уфимский вариант поэмы “Бузъегет” //Литературное наследие народов Урало‑Поволжья. Уфа, 1980; Г а л я у т д и н о в И.Г. Два века башкирского литературного языка. Уфа, 2000.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019