Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛМӨХӘМӘТОВ Ғәзиз Сәлих улы

Просмотров: 674

ӘЛМӨХӘМӘТОВ Ғәзиз Сәлих улы [29.10.1895, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Мораптал а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], йырсы (лирик тенор), композитор, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1929). 1908 й. алып Ташкентта, 1922 й. — Ҡазанда, 1931 й. — Өфөлә йәшәй. 1932 й. башлап Өфө музыка уч‑щеһында, бер үк ваҡытта Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда эшләй. Киң диапазонлы матур тауышҡа эйә булған, уның башҡарыу сәнғәте сағыу экспрессия м‑н айырылып торған. Концерт репертуа­рына ватан һәм сит ил композиторҙарының ариялары, йырҙары һәм романстары, үҙенең вокаль әҫәрҙәре, башҡорт, татар, үзбәк, фарсы, ҡаҙаҡ халыҡ йырҙары ингән. Совет компо­зиторҙарының классик арияларын һәм романстарын, йырҙарын (башҡорт теленә үҙе тәржемә иткән) тәүге башҡарыусы: П.И.Чайковскийҙың “Евгений Онегин” операһынан Ленский арияһы, А.С.Пушкин шиғырына А.П. Бородиндың “Алыҫтағы Ватан ярҙарына” (“Для берегов отчизны дальней”) романсы, В.И.Лебедев‑Кумач шиғырына И.О.Дунаевскийҙың “Тыуған ил тураһында йырҙар” (“Песни о Родине”) һ.б. әҫәрҙәр. 1914 й. алып Урта Азия, Себер, Көньяҡ Урал һәм Волга буйы ҡалалары буйлап гастролдәрҙә булған. 20—30‑сы йй. йырсының тауышы грампластинкаларға яҙылған (Ҡазан, Ташкент).

С.Ғәбәши һәм В.И.Виноградов м‑н бергә “Сания” (Ф.Әмирхан либреттоһы, 1925) һәм “Эшсе” (М.Ғафури либреттоһы, 1930; икеһе лә — татар телендә; был операларҙа Зия һәм Ниғмәт партияларын тәүге башҡарыусы) операларын, ш. уҡ БАССР ойошторолоуҙың 10 йыллығына симфоник оркестр өсөн “Тантаналы марш” (“Торжественный марш”; 1929) ижад иткән.З.Байғужина шиғырына“Шомло ел”,М.Марат шиғырҙарына “Сайҡалалар кәмәләр” һәм“Ағиҙел ярында” йырҙары авторы. Уның тарафынан “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Тәфти­ләү”, “Урал” башҡорт халыҡ йырҙары, “Ҡуңыр буға” эпосынан өҙөк һ.б. яҙып алынған. Чайковский П.И. исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт филармонияһын асыу инициаторы. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана. 1968 й. Ә. ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы ойошторола. Уның исеме музыка мәктәбенә (ҡара: Әлмөхәмәтов Ғ. исемендәге гимназия‑интернат) бирелә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы асыла. Ә. тормошо һәм ижады т‑да “Йыр булып ҡайтырмын” (“Я песней к вам возвращусь”) документаль фильмы төшөрөлә (1994, “Башҡортостан” ДТРК; сценарисы Э.М.Давыдова, реж. Ф.С.Сафиуллина).

Х е ҙ м.: Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында. Өфө, 1933.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. Жизнь как песня. Уфа, 1973; Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани: материалы и док. Уфа, 1995.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019