Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР АЛЫШ‑БИРЕШ ЙОРТО

Просмотров: 640

ЫРЫМБУР АЛЫШ‑БИРЕШ ЙОРТО, Рәсәйҙең Урта Азия дәүләттәре һәм Һиндостан м‑н сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү маҡсатында төҙөлгән баҙар. 1743 й. Ырымбур ҡ. көньяҡҡа табан 4 саҡрым алыҫлыҡта нигеҙ һалына. 1749 й. һыу баҫҡандан һуң яңы урынға күсерелә. Сенаттың 1751 й. “Яйыҡ аръяғында таш йорт һәм таможня төҙөү тураһында”ғы указы м‑н Ы.а.‑б.й. төҙөү тиҙләтелә һәм 1758 й. тамамлана. Ҡапҡалары булған (“Азия” һәм “Европа”) квадрат формаһындағы (майҙаны яҡынса 40 мең м2) ҡәлғә. Йорттоң эске яғында периметр буйлап таш кибеттәр, уртала “Азия ихатаһы” урынлашҡан. Йорт терр‑яһында таш сиркәү һәм мәсет (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре) төҙөлгән. 1847 й. Ы.а.‑б.й. 131, 90‑сы йй. — 329 кибет, 1 трактир һәм 3 татар ашханаһы урынлашҡан. Ы.а.‑б.й. Рәсәйҙең Урта Азия илдәре, ҡаҙаҡтар һәм көньяҡ‑көнсығыш сик буйы райондарында йәшәгән башҡа халыҡтар м‑н сауҙаһында мөһим роль уйнаған. Сауҙа йыл һайын авг. башланған һәм окт. тиклем дауам иткән. Ошо ваҡытҡа Хиуанан һәм Бохаранан сауҙа каруандары, Һиндостан, Рәсәй, Ҡаҙағстандан һ.б. тауарҙар килгән. Башлыса мал, туҡыма, тире, иген һ.б. м‑н сауҙа иткәндәр. 1868 й. тиклем Ы.а.‑б.й. таможня урынлашҡан һәм ул пошлина (йылына 50 мең һумға тиклем) йыйған. Ырымбур таможня сик һыҙығы бөтөрөлгәндән һуң 1868 й. сент. Ы.а.‑б.й. Ырымбур ҡала йәмғиәт идараһына тапшырыла. 1871 й. алып Ы.а.‑б.й. йыл һайын йәрминкә (1 июндән 1 нояб. тиклем) үткәрелгән, ҡала власы вәкилдәренән һәм Ырымбур, Хиуа, Бохара һәм ҡаҙаҡ сауҙагәрҙәре депутаттарынан йәрминкә ком‑ты булдырылған. Сауҙа әйләнеше 100 млн һумға еткән. 1885 й. Каспий аръяғы т. юлы асылғандан һуң Рәсәй — Азия сауҙа үҙәктәренең береһе булған Ы.а.‑б.й. үҙенең әһәмиәтен юғалта.

Әҙәб.: Гельмгольц Ф. Оренбургский меновой двор: стат. очерк Известия Оренбургского географического общества. 1894. Вып. 3.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019