ӘЛМӨХӘМӘТОВ Хәмит Хужиәхмәт улы
ӘЛМӨХӘМӘТОВ Хәмит Хужиәхмәт улы, Х ә м и т с ә с ә н [1861, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе 2‑се Этҡол а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 1923, шунда уҡ], сәсән. Ә. т‑да биографик мәғлүмәттәр аҙ. Уның урыҫ, ҡаҙаҡ һ.б. телдәрҙе белеүе билдәле, сауҙа м‑н шөғөлләнгән, ям сабыу хеҙмәтен үтәгән. 1900 й. һәм 1913 й. мировой судья итеп һайланған. Ҡурайҙа оҙон көйҙө үҙенсәлекле башҡарған, башҡорт фольклорын (ҡобайырҙар, иртәктәр) белгән. 1910 й. М.А.Буранғолов Ә. сәсәндең йәйләүендә (хәҙ. унда стела ҡуйылған) “Урал батыр” эпосының айырым өлөштәрен, “Ҡарас һәм Ҡараһаҡал” иртәгенең һәм “Урал” башҡорт халыҡ йырының варианттарын яҙып алған.
Ә.М.Сөләймәнов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов