Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛМӘН РАЙОНЫ, Ҡурған өлкәһе

Просмотров: 353

ӘЛМӘН РАЙОНЫ, Ҡурған өлкәһенең көньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. 1941 й. Силәбе өлкәһе терр‑яһында ойошторола, 1943 й. 6 февр. алып Ҡурған өлк. составына инә. Майҙаны — 2510 км2. Адм. үҙәге — Әлмән ауылы. Районда 12 ауыл советы, 33 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 12,6 мең кеше (2010), ш. иҫ. 32,4% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Бохар, Бәйгәнә, Искәндәр, Ҡаҙаҡҡол, Майлыҡ, Подъяс, Поляна, Тәңреҡол, Шәрип. Башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 2 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Шәрип а. “Бәхет” Башҡорт мәҙәниәте үҙәге (2001 й. башлап), Подъяс а. “Умырзая” башҡорт вокаль ансамбле, “Һандуғас” балалар фольклор ансамбле эшләй. Я.Ғ. Йомаев, Р.Х.Лощенкова, Ғ.С.Мағазов, С.С.Мағазов, Ш.Ә.Манатов, Ғ.Ғ.Тағанов ошо районда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019