Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛШӘЙ, ауыл, 1938 й. алып Әлшәй р‑ны Раевка ҡасабаһы эсендә урынлашҡан.

Просмотров: 396

ӘЛШӘЙ, ауыл, 1938 й. алып Әлшәй р‑ны Раевка ҡасабаһы эсендә урынлашҡан.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 30 йортта 142 кеше йәшәгән, 1865 й. 65 йортта – 538 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Ә. улус идараһы урынлашҡан, мәсет, 2 уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 1920 й. Ә. халҡы Раевка һәм Әлшәй ҡасабалары халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1935 й. Ә. район үҙәге булараҡ (1938 й. тиклем) районға исем биргән. Халҡы: 1906 й. – 783 кеше; 1917 – 3394 кеше. 1938 й. тиклем Әлшәй р‑нының ш. уҡ исемле а/с ҡараған. М.С.Ғөбәйҙуллин, А.Т.Платонов ошо ауылда тыуған.

Әҙәб.: Ш ә к ү р Р. Исемдәрҙә – ил тарихы: тикшеренеүҙәр, мәҡәләләр. Өфө, 1993.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019