Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛӘГӘҘ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 375

ӘЛӘГӘҘ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 118 км алыҫлыҡта Әләгәҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1452 кеше; 1920 – 1390; 1939 – 787; 1959 – 524; 1989 – 1186; 2002 –1323; 2010 – 1341 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1720 й.керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Оло Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1797 й. һәм 1801 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр күсеп ултырған. Шулай уҡ Еләгәҙ исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 103 йортта 670 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 2 ат тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея һәм мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән. 60‑сы йй. уртаһында Ә. Мәсәғүт с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы м‑н ҡушылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019