Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМЗЕБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 424

ӘМЗЕБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Әмзебаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Әмзе й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 588 кеше; 1920 — 573; 1939 — 503; 1959 — 488; 1989 — 520; 2002 — 524; 2010 — 417 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, музей бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1792 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1722 й.) алып билдәле. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 119 кеше йәшәгән, 1865 й. 63 йортта —

349 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. П.И.Сюткин ошо ауылда тыуған.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019