ӘМЗӘ, Нефтекама ҡ. составындағы ауыл
610
ӘМЗӘ, Нефтекама ҡ. составындағы ауыл; т. юл станцияһы. Нефтекаманан Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Әмзә й. тамағында (Беүә й. ҡушылдығы), Горький тимер юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1959 й. – 2,6; 2002 – 4,8; 2010 – 4,9. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар сәнғәт мәктәбе, балалар баҡсаһы, ҡала дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар.
Ауылға 1952 й. Әмзә урман химияһы з‑ды төҙөлөүгә бәйле эшселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1963 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.
М.Ф.Хисмәтов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: