Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМЗӘ УРМАН КОМБИНАТЫ

Просмотров: 361

ӘМЗӘ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү, уны механик һәм тәрән химик эшкәртеү пр‑тиеһы. Составына Бурёнка урман пункты, таҡта ярыу производствоһы, сеймалды алдан әҙерләү (бөтәһе лә – 1946), урман химияһы (1953) һәм энергомеханика цехтары, лаб., ремонт‑төҙөлөш (бөтәһе лә – 1951) һәм һеркә к‑таһы (1996) етештереү участкалары инә. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас‑таҡта, щитлы паркет, утын, ағас күмере, этилацетат, ағас ыҫмалаһы, һеркә к‑таһы һ.б. етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын сит илдәрҙә һатыла; этилацетат Бөйөк Британияға, Нидерландҡа һәм Кипрға ебәрелә.

1983 й. Әмзә ҡасабаһында (Нефтекама ҡ.) Михайловка урман сәнәғәте хужалығы (1945 й. нигеҙләнгән) һәм Әмзә урман химияһы з‑ды (1946) базаһында ойошторола, 1957 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1997 й. башлап ДУП, 2013 й. хәҙ. статусын ала.

В.Х.Иванкина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019