Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 395

ӘМИН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 54 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 241 кеше; 1920 – 382; 1939 – 313; 1959 – 277; 1989 – 288; 2002 – 284; 2010 – 277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 50‑се йй. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Иҙрис а. (хәҙ. Үрге Иҙрис а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Әмин Ҡолмырҙин исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ташауыл булараҡ билдәле булған: риүәйәт б‑са, Е.Е.Брагин етәкс. алып барылған тау‑эҙләнеү эштәре ваҡытында [ҡара: Башҡорт ихтилалы (1755—56)] Әмин батыр ҙур аҡ ташты аҡтарып сығара, ул таш әлегәсә ауыл эргәһендәге тау башында ята. 1866 й. 28 йортта 231 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, күн з‑ды булған. В.Б.Йосопов ошо ауылда тыуған.

Әҙәб.: Камень Брагина //Башкирские сказки и легенды. Уфа, 1996.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019