ӘМИН ИБРАЕВ
635
ӘМИН ИБРАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Тиләү улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1774 й. май—нояб. Ә.И. отряды (600‑гә яҡын кеше) Себер даруғаһында хәрәкәт итә; Әй й. буйында (ш. уҡ даруғаныңҮрге Ҡыйғы һәм Уразмәт аа. тирәһендә) И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа, Юлай Аҙналин һәм Салауат Юлаев ғәскәре составында Ҡытау‑Ивановка заводын штурмлауҙа һәм Ҡытаутамаҡ заводын алыуҙа ҡатнаша. Ғәйебен танып килә, вазифаһында ҡалдырыла.
И.М.Гвоздикова
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: