Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИНЕВ Миңлетдин Ғилметдин улы

Просмотров: 349

ӘМИНЕВ Миңлетдин Ғилметдин улы [15.10.1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Һарыш а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 12.8.1969, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Йомағужа а.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армияның 178‑се танк бригадаһы 1159‑сы артиллерия полкы уҡсыһы рядовойы Ә. 1943 й. 21 сент. Киевтан көньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) Йомағужала йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Йомағужа, Мораҡ, Һикһәнбай аа. (бөтәһе лә — Күгәрсен р‑ны) һәм Мәләүез ҡ. урамдар аталған; Һарыш а. уға һәйкәл, Йомағужала Ә. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Кашиц В. Солдатские дороги //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019