ӘМИНЕВ Хәниф Ҡиям улы
ӘМИНЕВ Хәниф Ҡиям улы (20.9. 1938, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Күсәкәй а.),фтизиатр, хирург. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. табибы (1994), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Кушнаренко р‑нында, 1967 й. алып Өфө ҡала туберкулёзға ҡаршы диспансерында эшләй. 1970 й.башлап БДМУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1991 й. алып өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑ты курсы м‑н фтизиопульмонология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тын алыу ағзалары туберкулёзын һәм саркоидозын иртә диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын өйрәнеүгә арналған. 415‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. БР Фтизиатрҙар ассоциацияһы идараһы рәйесе (1992 й. алып).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина