Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР ГУБЕРНА ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ

Просмотров: 497

ЫРЫМБУР ГУБЕРНА ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ, Ырымбур губернаһында совет власының юғары органы. 1917 й. 14 нояб. Ырымбур ҡ. Ырымбур эшсе һәм һалдат депутаттары советы һәм хәрби частар вәкилдәренең берлектәге ултырышында ойошторола. 15 нояб. А.И.Дутов приказы б‑са ултырышта ҡатнашыусылар ҡулға алына, бер өлөшө төрмәгә ябыла. 12 дек. ком‑т ағзалары төрмәнән ҡаса һәм эшмәкәрлеген Быҙаулыҡ ҡ. дауам итә. 1918 й. ғин. Ырымбурҙы Ҡыҙыл гвардия частары ала һәм ком‑т совет власын урынлаштыра башлай. Советтарҙың губерна, өйәҙ һәм округ съездарын әҙерләү һәм үткәреүҙә, Ҡыҙыл Армия частарын ойоштороуҙа ҡатнаша, 1918 й. 17 февр. Башҡорт мәркәз шураһы һәм Башҡорт хөкүмәте ағзаларын ҡулға алыуҙы ойошторған Мосолман хәрби‑революцион комитетын төҙөүгә булышлыҡ итә. Бөтә Рәсәй ҮБК‑на һәм РСФСР ХКС‑ына буйһона. Комитет составына хеҙмәт, сауҙа‑сәнәғәт, халыҡ мәғарифы, агитация һәм ауыл эштәре б‑са бүлектәр инә. 1918 й. 25 мартында хоҡуҡтарын Ырымбур губерна башҡарма ком‑тына тапшыра. Рәйесе — С.М.Цвиллинг. Баҫма органы — “Известия Оренбургского военно‑революционного комитета” (“Ырымбур хәрби‑революцион комитеты хәбәрҙәре”; 1918 й. 5 февр. — 27 марты) гәзите.

Әҙәб.: Ананьев В.И. Оренбургский военно‑революционный комитет. Оренбург, 1959; Футорянский Л.И. Люди и судьбы в истории Оренбургского края. Оренбург, 2000.

Л.И.Футорянский

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019