Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИНЕВ Әмир Мөхәмәт улы

Просмотров: 526

ӘМИНЕВ Әмир Мөхәмәт улы (1.1. 953, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Һабай а.), яҙыусы. РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (1993) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1980) “Ағиҙел” ж. хеҙм‑р, яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары. 1998 й. алып “Шоңҡар” ж., 2002—16 йй.

“Ағиҙел” ж. баш мөхәррире. “Ҡайын япрағы” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1981 й. сыға. “Йәшлек моңдары” (1989) хикәйәләр йыйынтығында мөхәббәт һәм әхлаҡ темаһын сағылдыра. “Мең дә бер ғазап” (1995) повесында фашист концлагерына эләккән башҡорт уҡытыусыһының образы тыуҙырыла. Йәмғиәттең, осорҙоң һәм шәхестең соц.‑әхлаҡи проблемалары ш. уҡ “Бер кәмәлә” (2016) һ.б. китаптарында һүрәтләнә. Хәҙ. проза т‑да бер нисә мәҡәлә авторы. В.И.Белов, Т.Й.Ғиниәтуллин, К.Ф.Йыһаншин, А.П. Платонов, В.Г.Распутин, Ш.С.Хәзиәхмәтов һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Рәсәйҙең Ҙур әҙәби пр. лауреаты (2012).

Ә ҫ ә р ҙ.: Ҡапҡа: повестар, хикәйәләр. Өфө, 2003; Ҡәләмдәштәргә һүҙ: мәҡәләләр, рецензиялар, сығыштар, әңгәмәләр. Өфө, 2011; Китай‑город: повести и рассказы. Уфа, 2007.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019