Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИНЕВ Әхмәт Ғата улы

Просмотров: 449

ӘМИНЕВ Әхмәт Ғата улы [1.9.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Тарҡаҙы а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 20.9.1999, Өфө, Дүртөйлө ҡ. ерләнгән], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1972). Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БДУ‑ны тамамлаған (1964).1947 й. алып Йәрмәкәй, Илеш, Дүртөйлө р‑ндарында партия эшендә, 1973 й. башлап БАССР‑ҙың а.х. министры, 1982—86 йй. БАХИ проректоры. Ә. Илеш р‑нында эшләгән осорҙа хужалыҡтарҙа иген культураларыныңуңдырышлылығы 7—8 ц/га (1961) алып 20 ц/га (1966) тиклем артҡан. РСФСР ЮС‑ының 6‑сы, БАССР ЮС‑ының 7—10‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Дүртөйлө ҡ. урам аталған.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019