Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИР, Б а й ғ о ш, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 350

ӘМИР, Б а й ғ о ш, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡашҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 40 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 137 км алыҫлыҡта Төй й. бу­йында урынлашҡан.Халҡы: 1906 й. – 442 кеше; 1920 – 521; 1939 – 436; 1959 – 554; 1989 – 420; 2002 – 381; 2010 – 304 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1743 й. алып Байғош булараҡ билдәле. 1795 й. 21 йортта 121 кеше йәшәгән, 1865 й. 42 йортта – 230 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019