ӘМИР, Я ң а у ы л, Бүздәк р‑нындағы ауыл
ӘМИР, Я ң а у ы л, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Киәҙе й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 644 кеше; 1920 – 611; 1939 – 572; 1959 – 384; 1989 – 416; 2002 – 440; 2010 – 482 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй(2002).Төп мәктәп (2‑се Бүздәк урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы Әмир а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Ә. исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала, 1782 й. алып билдәле. Шулай уҡ Шартамаҡ булараҡ теркәлгән. 1865 й. 72 йортта 378 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, һатыуға ағас әҙерләү, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған.
Р.Й.Ғәҙелшина
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов