Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИР Мирсәй

Просмотров: 690

ӘМИР Мирсәй [ысын исеме Әмиров Мирсаяф Мәсәлим улы; 6.1.1907, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)—1.6.1980,Ҡазан], прозаик, драматург. ТАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1945). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тында уҡыған (Мәскәү, 1939—41). 1928— 44 йй. ТАССР‑ҙың матбуғат органдарында эшләй. 1937—39 йй. репрессияларға дусар ителгән. ТАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (1961—68). “Командир” (1934) романында яңы кешенең формалашыуы процесын, “Ағиҙел” (1936; икеһе лә — татар те­лендә) повесында Башҡортостандағы коллективлаштырыу тарихын сағылдырған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған “Ҡурай” (1943; татар телендә) хикәйәһендә ҡурай уйнап һалдаттарҙы батырлыҡҡа рухландырыусы башҡорт образы тыуҙырыла. Һуғыш йылдарындағы хеҙмәтсән ҡатын‑ҡыҙҙар яҙмышы т‑да яҙылған “Миңлекамал” (1944), “Тор­мош йыры” (1947; икеһе лә — татар телендә) драмалары б‑са Башҡорт драма театры сәхнәһендә спектаклдәр ҡуйыла (1946, 1947; реж. Р.Фәйзи). РСФСР ЮС‑ының 6—8‑се саҡырылыш депутаты. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1974). Ленин (1977), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1967) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Салауат ҡ. Юпитер‑юлдаш ҡасабаһында, Ергән а., ш. уҡ Ҡазанда урамдар аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Әсәрләр: 3 томда. Казан, 1987—1988.

Әҙәб.: Х а т и п о в Ф.М. Мирсәй Әмир. Казан, 1964.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019